Рәзифә Минивәли ҡыҙы Фәтхетдинованы юбилейы – 80 йәше менән ҡотлайбыҙ!230526
Беҙҙең редакцияға килгән беренсе тәбрик хатын тыңлау өсөн экран алдына ошо көндәрҙә 80 йәшлек күркәм ғүмер байрамын билдәләүсе ағинәйҙәребеҙҙең береһе – Рәзифә Минивәли ҡыҙы Фәтхетдинованы саҡырабыҙ. Һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, инәйебеҙ, апайыбыҙ - Рәзифә Минивәли ҡыҙы Фәтхетдинованы юбилейы – 80 йәше менән ҡотлап, яҡыныбыҙға күңел түрендә һаҡланған иң изге теләктәребеҙҙе, рәхмәт һүҙҙәрен юллағыбыҙ килә, тип башланып китә был юлдар. Ҡәҙерле кешебеҙ 1946-сы йылдың 23 майында Әлшәй районының Васильевка ауылында ғүмер итеүсе ишле ғаиләлә донъяға ауаз һала. Әсәһе – Мәфтүха Шәйхетдин ҡыҙы, атаһы – Минивәли Ситдиҡ улы Ситдиҡовтарҙың иң кесе балаһы була ул. Ике ағаһы Закуан, Зәрәғәт, ике апаһы – Зәбүрә, Зәлифәгә иш булып, атай-әсәһенә терәк-таяныс булып үҫә ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы был бәхетле мәлдәрҙе әсәйебеҙҙең ағай-апайҙары күрә алмай, улар күптән гүр эйәһе. Әсәйебеҙ бала сағынан бик әүҙем, тырыш, маҡсатына ирешеүсән булып үҫә, биш йәшенән йөн тетә, бар яҡлап өлкәндәргә хужалыҡта ярҙам итә. Уҡыуҙа ла һынатмай, мәктәпте тик бишле билдәләренә генә тамамлай. Йыр-моңға ғашиҡ, матур йырлаған ҡыҙ мәктәптән һуң музыка училищеһына уҡырға инергә теләй, әммә оло йәштәге ата-әсәһен яңғыҙ ҡалдыра алмай. 1963 йылдың 20 июнендә Рәзифә Минивәли ҡыҙы Дәүләт ауылынан булған - Ринат Фәтхетдиновҡа кейәүгә сыға. Өйләнешкәндән һуң 5 ай үткәс, тормош иптәшен өс йылға армияға – Воронеж ҡалаһына хеҙмәткә алалар. Әсәйебеҙ 17 генә йәшендә ҙур йортта яңғыҙы ҡала, бер үҙе хужалыҡты алып бара. Атайыбыҙ армияла саҡта – өс йыл дауамында бер үҙе йәшәй, мал ҡарай, бесән сабып, утын әҙерләй, баҡсала йәшелсә-емешен дә үҫтерә. Бик ауыр була, сөнки уға ни бары 17 йәш була, әммә ул көслө рух менән барыһын да күтәрә. Әлбиттә, бер үҙенә донъя көтөүе бик ауырға тура килә, шулай ҙа һөйөклөбөҙ бирешмәй, рух көсө менән бар ҡыйынлыҡтарҙы ла йырып сыға. Тормош иптәше – атайыбыҙ 1966-сы йылда армия сафтарынан хеҙмәтен тултырып ҡайта, Дәүләт ауылында йәшәйҙәр, һуңғараҡ ике ҡыҙҙары – Эльза менән Зилә донъяға ауаз һала. Тормош һәүетемсә генә дауам итә. Никифарово ауылында йәшәп ,,Правда,, колхозында тир түгәләр. Ҡаты талаптар һәм шарттар булған ерҙә эшләргә тура килә. Күңелгә ныҡ ауыл булған осраҡтарҙа моғайын мине йыр-моңға ғашиҡ булыуым, гел көйләп-йырлап йөрөүем ҡотҡарғандыр, ти. Рәзифә Минивәли ҡыҙының тауышы бала сағынан матур һәм көслө була. Ғүмер буйына ҡәҙерлебеҙ ата-әсәһен йәлләп, музыка училищеһына уҡырға инмәүенә үкенеп йәшәне. 1975 йылда ЧАЙКИНО ауылына күсендек. Бында төпләнгәс, 1978 йылдың мартында тағы бер ҡыҙҙары, һеңлебеҙ - Гүзәл тыуҙы. 2022-се йылға тиклем бында йәшәнек. Әсәйем ҡымыҙ цехында эшләне. Һәр эшен еренә еткереп, намыҫ менән башҡарған әсәйебеҙҙе хеҙмәттәштәре лә хөрмәт итеп торҙо. Район гәзиттәренең береһендә, Рәзифә Минивәли ҡыҙын иң яҡшы хеҙмәткәр булараҡ ҡотлап, почет грамотаһын тапшырҙылар. Һуңғараҡ клуб мөдире вазифаһын башҡарҙы. Бында ла ул күңел биреп эшләне, байрам, төрлө саралар ойоштороп ,,Шафран,, совхолзында йырҙар йырланы. Был мәлдәрҙә кешеләр әллә ни бай йәшәмәһәләр ҙә - татыу, берҙәм була торғайнылар. 2022-се йылда әсәй-атайыбыҙҙы өгөтләп тигәндәй Иглин ҡасабаһына күсерҙек. Әлеге мәлдә икәүләп донъя көтәләр, ҡош-ҡорт үрсетәләр, йәшелсә-емеш үҫтерәләр, беҙ: балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтыуға атайыбыҙ мунса яғып беҙҙе көтөп торалар. Кесе ҡыҙҙары Гүзәл атай-әсәйебеҙгә яҡын йәшәй, сырхап китһәләр дауалап, уларға ярҙам итеп, күҙ-ҡолаҡ булып тора. Әлдә Гүзәлебеҙ медицина уҡыу йортон тамамланы әле, үҙебеҙҙең табибыбыҙ бар, тип шатланып торалар. Ҡәҙерле кешеләребеҙ – атай-әсәйебеҙҙең иңгә иң терәшеп, татыу донъя көтөүҙәренә лә 63 йыл тулды. Барыбыҙға ла белем, лайыҡлы тәрбиә биреп оло тормош юлына сығарҙылар. Беҙҙе лә үҙҙәре өлгөһөндә намыҫлы, ғәҙел, оло йөрәкле һәм мәрхәмәтле итеп тәрбиәләнеләр. Ейән-ейәнсәрҙәре нәнәй-ҡартатай, тип өҙөлөп тора. Беҙ Аллаһы Тәғәләгә ошондай атай-әсәйҙең балалары булғаныбыҙ өсөн мең рәхмәтле, улар менән сикһеҙ ғорурланып йәшәйбеҙ. Һеҙ беҙҙең атай-әсәйебеҙ булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, һеҙҙе сикһеҙ яратабыҙ, тип өндәшәләр Рәзифә Минивәли ҡыҙы менән Ринат Сабит улының ҡыҙҙары. Әсәйебеҙ айырыуса сәскә ярата. Ишек алды, өйөнең эсе хуш еҫле сәскәләргә күмелгән. Һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй генә түгел, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йән атып торған бәхетле өләсәй һәм кейәүҙәренә өлгөлө ҡәйнә лә ул әсәйебеҙ! Кешелеклелеге, мәрхәмәтле, оло йөрәкле булыуы менән айырылып тора ул. Һәр кемебеҙгә эшләгән игелектәре үҙенә меңләтә әйләнеп ҡайтһын, тип теләйбеҙ, Рәзифә Мәвләви ҡыҙының балалары һәм ихлас ҡотлау һүҙҙәренә күсә. Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек, һин - биҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! һиңә ныҡлы һаулыҡ, оло бәхет, күңел тыныслығы, шатлыҡтарға төрөнөп, именлектә, бәрәкәтле тормошта, балаларыңдың игелектәрен күреп, атайыбыҙ менән оҙон-оҙаҡ парлы тормошта, беҙгә терәк-таяныс булып йәшәргә насип булһын. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың изгелеген күреп йәшә лә йәшә әле!