Рәфис хәҙрәт Сафин
Ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ, донъябыҙ тыныс түгел. Утлы нөктәләрҙә лә, тылда ла ҡаһарманлыҡ күрһәтә ябай халыҡ, һәр кем еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Мәләүез районы имам-мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт Сафин былтыр үҙ теләге буйынса махсус хәрби операцияһы биләмәһенә юлланды. Үҙенең был аҙымын гражданлыҡ бурысын үтәү менән аңлата. Әле лә ул яу барған төбәктә.